logo
Модельная библиотека-филиал №3 г.Кумертау
«Центр по организации работы с людьми с ограниченными возможностями здоровья»
Понедельник с 10:00-18.00 Без перерыва
Вторник - Пятница с 11:00 - 19:00
Перерыв с 13:00-14:00,
Выходные: суббота, воскресенье
Последний четверг каждого месяца – санитарный день.


453300, Республика Башкортостан, г. Кумертау, ул. 40 лет Победы, д.32
Тел. 8-347-61-4-49-36; kumfil-3@mail.ru

Рәйля Сабитованың “Һауалағы торна артынан” китабының исем туйы

Һәр яңы бер китап –үҙе бер мөғжизә, әҙәбиәтте тулыландырыусы ынйыҡайҙыр ул. Рәйля Сабитованың тиражы 1000 дананан торған “Һауалағы торна артынан” китабына: “Һауалағы торна артынан йәки Артыҡбикә”, “Таш ҡала әкиәттәре” исемле повестары, “Һырттан килгән ике һын”, “Авакадо менән тултырылған кальмар”, “Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине” һәм башҡа ҡыҙыҡлы хикәйәләре тупланған.
26 апрель ҡаланың 3-сө модель китапханаһында китаптың исем туйы итеп үткәрелгән сараға ҡәләмдәштәре, ҡоролтай ағзалары, журналистар, китапханасылар, ҡаланың уҡытыусылары, ағинәйҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм студенттар йыйылды. Кисәнең ҡурай моңона һуғарылыуы һәр ҡатнашыусыны күңеленә үтеп инде. Сарала яңы китап тураһында куп йылы һүҙҙәр яңғыраны.
Рәйлә Сабитованың барлыҡ әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡ аҡылы,уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.